+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рината Жубатова

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ейәнсура районының Иҙелбәк мәктәбендә XI синыфта уҡыйым. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017 йылда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район кимәлендәге олимпиадала – еңеүсе, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, былтыр тормош хәүеф­һеҙлеге нигеҙҙәренән – муниципаль этапта призлы урын, тарихтан еңеү яуланым. Уңышлы булыу серен нимәлә күрәһең? Тырышлыҡта, ялҡауланмай ғына уҡыуҙа.

Уҡыу алдынғыһы булыу еңелме? Ҡайһы саҡта ауыр ҙа булып китә. Яуаплылыҡ та өҫтәй, күп конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк.

Мәктәп – һинең өсөн… икенсе өй.

Яратҡан фәндәрең: бөтә фәндәр ҙә оҡшай.

Яратҡан яҙыусы-шағирҙарың: Рей Бредбери, Джоан Роулинг, Александр Пушкин.

Яратҡан ризығың: иҙелгән картуф.

Оҡшатып үҙең бешергән аш-һыуың: былау, бишбармаҡ, манты.

Яратҡан байрамың: Яңы йыл.

Буш ваҡытта күңелеңә ятҡан шөғөлдәр: китап уҡыу, өй эштәре менән булышыу, ырғаҡ менән бәйләү.

Үҙ иткән спорт төрөң: фигуралы шыуыу, футбол.

Интернет селтәренә бүлгән ваҡытың: уҡыу көндәрендә – 1, ял көндәрендә 2 сәғәт.

WhatsАpp, «Бәйләнештә», «Facebook», инстаграмм – һинең өсөн… төрлө кешеләр менән аралашыу өсөн сайттар, ниндәйҙер яңылыҡ беләһең.

Киләсәккә уй-хыялдарың: һынауҙарҙы һәйбәт үтеп, университетҡа табиплыҡҡа уҡырға инергә теләйем.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: