-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Арина Хафизова

Һинең статусың: Саҡмағоштағы 1-се мәктәптең XI «А» синыфы уҡыусыһымын.


Уңышлы булыу өсөн... аныҡ маҡсаттар ҡуйып, хатта килеп сыҡмаҫлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, шуға табан барырға кәрәк.

Ниндәй шәхси сифаттарың уңыш яуларға ярҙам итә, тип уйлайһың? Ныҡышмаллығым, ихтыяр көсөм.

Иң яратҡан фәнең: биология.

Һинең өсөн иң ауыр фән: физика.

Өйгә эш әҙерләгәндә ниндәй ресурстар ҡулланаһың? Уҡыу ҡулланмалары, кәрәкле мәғлүмәт менән төрлө сайттар.

Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? Ун беренсе синыфҡа тиклем бейеүгә йөрөнөм, сигеү, тегеү менән шөғөлләндем, әле БДИ-ға әҙер­ләнгәс, түңәрәктәр онотолдо. Музыка мәктәбен тамамларға бер йылым ҡалды.

Яратҡан шөғөлөң бармы? Бар. Энә менән бәйләйем. Хикәйәләр яҙам, улар төрлө баҫмалар­ҙа донъя күрә. Китап уҡырға, йәйгеһен велосипедта йөрөргә яратам.

Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Музыка тыңлайым, уҡыйым, күңелемә оҡшаған шөғөл менән булышам, дуҫтар менән аралашам.

Яратҡан спорт төрөң: спорт менән шөғөлләнмәйем, шулай ҙа баскетбол, йөҙөү, уҡтан атыу оҡшай.

Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Сергей Есениндың шиғырҙарына һоҡланып бөтә алмайым, Владимир Маяковский, Александр Блок, Константин Симонов, Муса Йәлилдең ижады ла күңелемә яҡын.

Интернетта ултырыуға күпме ваҡыт бүләһең? Арыу ғына ваҡытымды. Унда яҡындарым, дуҫтарым менән дә аралашам, кәрәкле мәғлүмәт тә табам.

Тормош девизың: бер ҡасан да бирешмәҫкә, хыялға табан барырға.

Киләсәккә хыял-маҡсаттарың: атай-әсәйем ғорурланырлыҡ ке­ше, уңышлы табип булып китеү.


Г. РАМАҘАНОВА.

Саҡмағош районы.

Читайте нас: