-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спортҡа һөйөүе ғаиләнән килә

Көрәшсе егеттең һәр иртәһе сынығыуҙан башлана. Йоҡонан торғас та көн һайын зарядка эшләүҙе ғәҙәтенә әйләндергән. Физик яҡтан ныҡ булыу өсөн тырыша шул Динар. Был спорт төрө көслө булыуҙы талап итә.

– Атайым тәүге тапҡыр Тирмән ауылына күнекмәгә алып барып ҡарағайны. Бик оҡшап китте. Дуҫыма эйәреп, мин дә йөрөй башланым. Икенсе йылына үҙебеҙҙең Мөрсәлим мәктәбендә лә көрәш секцияһы астылар. Аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнәбеҙ. Тренерыбыҙ – Валерик Мөхәмәҙиев, – ти ул.

Динар Закиров көрәш секцияһына II синыфтан йөрөй. Бер йылдан һуң районда үткән ярышта көсөн һынап ҡарай. Ә бишенсе синыфта уҡығанда өсөнсө урын алып, тәүге миҙал менән бүләкләнә. Шунан уңыштар яулауы башлана ла инде. VII, VIII синыфтарҙа республика беренселегенә турнирҙа еңеүсе булып ҡыуана. Рәсәй кимәлендәге бәйгегә сығып, II урын яулай. Төрлө ярыштарҙа алған кубоктары, 30-лап тирәһе миҙалы уның ярыштарҙа күп ҡатнашыуы хаҡында һөйләй.

Мөрсәлим мәктәбендә IX синыфта белем алған егеттең уҡыуы ла һәйбәт, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.

– Ул – беҙҙең мәктәптең ғорурлығы, иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Бер ҙә һынатмай. Көрәш буйынса ғына түгел, баскетбол, волейбол ярыштарында ла ҡатнаша. Динар күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Өйҙә атай-әсәһенә бик ярҙамсыл, – ти директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байрамова, уны маҡтап.

Егеттең иң яратҡан фәндәре – инглиз теле, биология, геометрия, физкультура. Көрәштән тыш, волейбол буйынса секцияға йөрөй, икенсе разряд та алырға өлгөргән. «Салауат Юлаев» хоккей командаһының көйәрмәне лә икән үҙе.

– Спортҡа һөйөү ғаиләбеҙҙән килә, сөнки барыбыҙ ҙа уны яратабыҙ. Атайым волейбол уйнай. Бишенсе синыфта уҡыусы Ислам ҡустым да көрәш, волейболға йөрөй. Асланыбыҙ әле бәләкәй, бер генә йәш. Уны ла, үҫкәс, көрәшкә бирербеҙ, тип уйлайбыҙ, – ти егет.

Спорт йәшәү рәүешенә әйләнгән Динар алдағы көндәрҙә Рәсәй һәм донъя беренселектәрендә лә уңыштарға ирешергә теләй. «Уҡып, үҙемә оҡшаған һөнәр һайлаһам да, спортты ташламаясаҡмын», – ти йәш көрәшсе.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Салауат районы.

Читайте нас: