– Бәләкәй саҡтан үтә лә хәрәкәтсән ҡыҙ булдым. Шуға мине нимә менәндер ҡыҙыҡһындырырға кәрәк ине. Бейеүгә йөрөнөм. Баскетбол, самбо секцияларында шөғөлләндем. Етенсе синыфта билбаулы көрәшкә яҙылғайным, бик оҡшап ҡалды. Беҙҙе тренерыбыҙ Александр Шумков күнектерә. Үҙеңде лә яҡларға, һаҡларға өйрәнәһең, – ти ҡыҙ күберәк ир-егеттәр үҙ иткән спорт төрө менән нисек шөғөлләнә башлауы хаҡында.
Ә инде республика ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә уңыштар яулай башлағас, күңеле тағы ла үҫеп китә. Ул самбо буйынса ике тапҡыр республика чемпионы була, билбаулы көрәш буйынса Үҙбәкстанда уҙған донъя беренселегендә көмөш миҙал яулай. Барлыҡ уңыштарын һанай китһәң, еңеүҙәре ифрат күп инде.
Бөтә иғтибарын спортҡа йүнәлткән ҡыҙҙың уҡыуы ла һәйбәт, Учалылағы 1-се башҡорт лицейында XI синыфта «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Сығарылыш синыф уҡыусыһы булараҡ, быйыл ваҡыты икеләтә тығыҙыраҡ: Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә лә, шул уҡ ваҡытта аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләргә йөрөргә лә өлгөрөргә кәрәк.
– Спорт минең йәшәү рәүешемә әйләнде инде. Йәйгеһен спорт буйынса йыйындарҙа ҡатнашам. Киләсәктә лә уҡыуымды ошо йүнәлештә дауам итергә уйлайым, шуға Ҡазан федераль университетына уҡырға барырға йыйынып йөрөйөм, – ти спортсы ҡыҙ, киләсәккә уй-хыялдары менән дә бүлешеп.