+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Балалар атай-әсәйле, бәхетле булһын"

Донъябыҙға өр-яңы йыл ауаз һалырға әҙерләнә. Барыһы ла яңынан башланған кеүек. Күңелдәрҙә яңы уй-хыял, ниәттәр ярала. Үтеп барған йылдың уңыштары ла барлана.

– Әлеге 2020 йыл минең өсөн уңышлы ғына булды. Учалы ҡалаһы һәм районы ойошторған «Учалы, бейе!» бәйгеһендә Гран-при яуланым. Бик күп халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында лауреат булыуға өлгәштем, – ти Учалы районы Уральск мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Айназ Ғәлиәхмәтов.

Эйе, ысынлап та, Сысҡан йылы ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булған. Бәләкәйҙән бейеүҙе үҙ иткән егет республика Башлығы стипендиаттары исемлегенә инеп һөйөнгән. Ул был баһаға бик тә лайыҡ. «Ирәмәл» балалар бейеү ансамбле менән Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында уҙғарылған халыҡ-ара конкурста, «Байыҡ» балалар бейеү телевизион бәйгеһендә лә Гран-приға эйә булған.

Айназ үҙе 6 йәштән Уральск сәнғәт мәктәбенең Ыҫтамғол клубында эшләп килгән хореография бүлегендә шөғөлләнә. Бында ул Розалиә Азамат ҡыҙы Абдрахманова етәкселегендә бейеү серҙәренә төшөнә. Өлгөр егет бишенсе синыфтан «Ирәмәл» балалар сәнғәт үҙәгендәге бейеү бүлегенә яҙылып, остаздары Фәнис Фәсих улы Кәримов ярҙамында оҫталығын камиллашты­рыр­ға тырыша.

– Атайым – полиция капитаны, әле хаҡлы ялда. Әсә­йем ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда эшләй. Сәнғәткә һөйөүем унан киләлер. Ә бөтә уңыштарым өсөн бейеү буйынса уҡытыу­сыларым Розалиә Абдрахманова менән Фәнис Кә­римовҡа, мине дәртләндереп тороусы атай-әсәйемә ҙур рәхмәттәр әйтәм. Киләсәк тормошомдо ла бейеү сәнғәте менән бәйләргә теләйем. Хыялым – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен­дә бейеү, – ти йәш бейеү оҫтаһы.

Айназды бейеүсе итеп бел­һәк тә, ул спорт та ярата икән. Йүгереү, бокс, футбол менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Маладис та инде үҙе!

– Яңы йылда ғаиләмә, атай-әсәйемә, яҡындарыма һау­лыҡ, уңыштар, оҙон ғүмер теләйем. Ер йөҙөндәге барлыҡ балалар ҙа атай-әсәйле, бәхетле бул­һын, тырышып уҡы­һын, донъя­ларыбыҙ тыныс тор­һон ине, – тигән изге теләктәрен дә еткерҙе республика Башлығы стипендияһына лайыҡ егет.

Шулай булырға яҙһын. Һыйыр йылында Айназға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар яуларға насип булһын. Матур уйҙар, изге ниәттәр гелән тормошҡа ашыу­сан. Яҡын киләсәктә йәш бейеүсене хыял иткән абруйлы ансамль сафтарында ла күрербеҙ әле.

Гөлназ

ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: