+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Искәндәр – абсолют чемпион

– Әсә-ә-й, Почёт грамотаһы алдым, – тип өйгә ҡыуанып ҡайтып инде Марат.

Искәндәр – абсолют чемпион
Искәндәр – абсолют чемпион

Быны ишеткәс, яңы ғына беренсе синыфта уҡый башлаған ҡустыһы Искәндәр ҙә дәртләнеп китте.
– Минең дә шашка түңәрәгенә йөрөгөм килә, – тине ул.
Әсәһе барып белешкәс, башта тренер урындар ҡалмауын белдерһә лә, малай шашка уйнап күрһәткәс, алырға риза булды.

– Беҙҙең гимназияла оҙайтылған көн төркөмө булмағас, мәктәптән ағаһы менән бергәләп ҡайтып йөрөрҙәр, тип хәл иттек. Искәндәрҙең дәрестәре – иртәрәк, ағаһыныҡы һуңғарааҡ бөтә ине. Шул ваҡытта ни эшләргә белмәй аптырап йөрөмәй, ваҡытын шашка уйнап үткәрә башланы. Тора-бара шул тиклем оҫтарып китте, хатта ағаһын да еңә ала ине, – ти әсәһе Ләйсән Абдрахман ҡыҙы.
Искәндәр шөғөлләнгән шашка түңәрәге 23-сө спорт мәктәбенә ҡарай. Тәүҙә Рим Ишмәтов етәкселегендә уйнаһа, аҙаҡ инде тренерҙар Ольга Беллер, Александр Мельниковтар ярҙамында оҫталыҡ сер­ҙәренә төшөнә. Әле ул ныҡ үҫте, республикабыҙ­ҙа өсөнсө йыл рәттән шашканың бөтә төрҙәре буйынса абсолют чемпион исемен яулай, Рәсәй, Европа турнирҙарында ла һынатмай.
Йәш спортсының яулаған уңыштары һанап бөткөһөҙ икән. Барыһын да теҙеп бөтөрлөк тә түгел. 2018, 2019 йылдарҙа Литвала, Польшала Европа беренселегендә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Ошо йылды Волга буйы федераль округы буйынса үткәрелгән турнирҙа өс беренсе урын ала. Уҙған йылда Мәскәү өлкәһендә Рәсәй беренселегенә ярышта 17 йәшкә тиклемгеләр араһында ла һынатмайҙар. Командалары менән икенсе урын яулап ҡайталар. Быйыл Искәндәр үҙ йәш төркөмөндә Рәсәй беренселегендәге турнир­ҙа тиҙ йөрөшлө программала – II, йәшен тиҙлегендәй йөрөштә III урынға сығып ҡыуанған. Барлыҡ ҡаҙанышта­ры өсөн республика Башлығының стипендиаты ла булды, икенсе йыл рәттән Баш­ҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының стипендия­һын ала. «Артек»ка бушлай юллама менән бүләк­ләнеп, 21 көн буйына матур итеп ял итеп тә ҡайтты.
Искәндәр Янбаев үҙе баш ҡалабыҙҙағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһының VII «А» синыфында белем ала. Уҡыуы ла һәйбәт. Бигерәк тә физика менән информатика фәндәрен бик ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Шашканан тыш, ағаһы менән футбол уйнарға ярата. Изге күңелле, шаян малайҙың дуҫтары ла күп.
Әлегә кем булырын уйлап ҡуймаған әле малай. Шу­лай ҙа күңелдә йөрөткән бер хыялы бар, алдағы киләсәктә сит илгә барып йәшәгеһе килә, шашканан да айырылмаясаҡ. Бәл­ки, ошо уйын төрөн дә һайлап, шашкасылар тәрбиәләп, был спортты үҫтереүгә үҙ өлөшөн дә индерер әле ул.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Искәндәр – абсолют чемпион
Искәндәр – абсолют чемпион
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: