Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме уңыштарға өлгәшкән икән, әйҙәгеҙ, уның менән яҡындан танышайыҡ.
Кәрим Хәйҙәров Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының IV «А» синыфында белем ала. Бәләкәй сағынан уҡ спорт менән дуҫ булып үҫә. Биш йәшенән «Шотокан» спорт клубындағы хәрби сәнғәт секцияһында шөғөлләнә башлаған. Көн һайын – икешәр, көсөргәнешле ярыштар алдынан дүртешәр сәғәт буйына тренерҙары Юрий Владимирович Архипов менән күнекмәләр үтеү һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Әле уның яулаған уңыштарының иҫәп-хисабы юҡ! Быйыл ғына әллә күпме еңеүҙәргә ирешкән. Баш ҡалабыҙҙа ойошторолған көнсығыш бергә-бер алыш төрө буйынса беренселектә бер алтын һәм өс көмөш миҙалға эйә булһа, олимпия әҙерлеге үҙәге үткәргән алышта бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған. Стәрлетамаҡта уҙған Евразия кубогына ярышта ла һынатмай. Бер бронза һәм бер көмөш миҙал яулап, Башҡортостан данын күтәрә. Кушнаренко районында асыҡ республика турнирында ла иң-иңе булып таныла.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, нисек шулай барыһына ла өлгөрә, уңыштарға ирешә икән һуң? Әсәһе Зарема Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, уның һәр бер еңеүе артында оло хеҙмәт, ныҡышмалы күнекмәләр ята. Етмәһә, сыҙамлы, түҙемле булыуы ла уңыш яуларға ярҙам итә. Ә бит киске туғыҙға тиклем ныҡлы шөғөлләнеп, иртән таңғы дүрттән тороп ярышҡа сығып китеү тәртибенә күптәр түҙә алмаҫ ине, моғайын. Үҙен сыныҡтырыу өсөн йыл һайын спорт лагерында ла ял итә малай.
Өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булыуын да белдек. Йорт, баҡса эштәрендә лә булыша икән. Рафаэль ағаһы уның өсөн өлгө булып торһа, ә ҡустыһы Йәлилде үҙе өйрәтә, ҡарап ҡына йөрөтә.
– Улым менән фәнни-тикшеренеү эше менән дә шөғөлләнәбеҙ. Быйыл февралдә «Шотокан» клубына 30 йыл тулғайны. Ошо уңайҙан каратэ тарихы, уның менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы хаҡында ғилми эш яҙҙыҡ. Кәрим конференцияның мәктәп этабында еңеүсе булды.
Йәнә беҙ быйыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан дүрт ҡарт олатайыбыҙҙың тормош юлын да өйрәндек. Бик күп тарихи урындарҙа булырға тура килде. Ҡарт олатайҙарыбыҙҙың исеме «Мин Рәсәйҙең гражданы һәм патриоты» китабына ла индерелде. Улым фәнни-тикшеренеү эштәренең район этабында еңеп сыҡты. Уҡыусыларҙың Бәләкәй фәндәр академияһы тарафынан Бөрө ҡалаһында уҙғарылған «Өкө балаһы» республика конференцияһында иһә Гран-при яуланы, – ти әсәһе, улы менән ғорурланып.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә, фәнни-тикшеренеү эштәренә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Дүртенселәрҙең синыф етәкселәре Айгөл Дамир ҡыҙы Нурғәлиева ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәр башланғысын күтәреп, хуплап ҡына тора. Шуға ла уҡыусылары еңеү артынан еңеү яулай.
Яҡын киләсәктә маҡсатына ҡыйыу атлаған малайҙың исемен күп тапҡырҙар ишетербеҙ әле. Уның еңел булмаған спорт төрөндә тағы ла юғарыраҡ уңыштар яулауын теләйек.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Дүртөйлө ҡалаһы.