+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гимназиябыҙ ғорурлығы

Һәр яҡлап та һәләтле, уңған ул беҙҙең Яна Мәжитова. Гимназияла беренсе синыфтан алып белем ала. Хәҙер инде бына сығарылыш синыфында.

Гимназиябыҙ ғорурлығы
Гимназиябыҙ ғорурлығы

Ун бер йыл буйына тик «бишле» билдәһенә генә уҡый. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса булған барлыҡ олимпиадаларҙа ла ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Башҡорт телендә үткәрелгән бәйгеләрҙә лә, конкурстарҙа ла гел генә уңыш­ҡа ирешә. Дүрт йәштән һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Уның эштәре республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа юғары баһалана.
Үҙ аллы сит телдәрҙе ныҡлап өйрәнеү менән мауыға, хәҙер инде инглиз, француз, немец телдәрен бик яҡшы белә. Шулай уҡ ирланд бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Ә «Мин йәшәгән донъя» Бөтә Рәсәй һүрәттәр бәйгеһендә еңеү яулап, «Артек»ка юллама менән бүләкләнде.
Гимназиябыҙ ғорурлығы ул Яна.

Рузинә БАРЛЫБАЕВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: