+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Вадим Харисов - халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе!

Вадим Харисов 57-се Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙал яулаған! Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Олимпиада Астана ҡалаһында уҙған. Унда 30 илдән йәш химиктар ҡатнашҡан.

Вадим Харисов - халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе!
Вадим Харисов - халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе!

Вадим Республика инженер интернат-лицейының X синыфында белем ала. Ике йыл рәттән химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында абсолют еңеүсе булды. Республика Башлығы стипендиаты ла Вадим. Тырыш, һәләтле егет тураһында 2022 йылда гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ. Мәҡәләне тағы ла тәҡдим итәбеҙ. 

                                 Таныш булығыҙ: Вадим Харисов

2021/22 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендиаттары исемлегенә ингән уҡыусылар араһында Вадим Харисов та бар. Межгорье ҡалаһында тыуған ул. Ә тамырҙары Учалы ерҙәренә барып тоташа. Атаһы – Наурыҙдан, әсәһе – Зәйнулла Ишан тыуған Шәрип ауылынан. Вадим менән яҡындан танышҡас, уның тырышлығына, зирәклегенә ныҡ һоҡландым, күҙ теймәһен! Яңыраҡ химия буйынса Мәскәүҙәге Халыҡтар дуҫлығы университетында уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан IX синыф уҡыусылары араһында иң юғары – 238 балл йыйып, абсолют еңеүсе булып, Башҡортостанды данлап ҡайтты ул!

– Вадим ике йәшенән һанарға өйрәнде, ә биш йәштә бик һәйбәт уҡый ине инде, әйткәндәй, уҡырға үҙе өйрәнде ул, – ти әсәһе Зөлхизә Табип ҡыҙы. – Балалар баҡсаһындағы төркөмдәштәре менән күмәкләп беренсегә барҙылар. Бик көслө синыф, уҡытыусылары ла шәп булды, синыфтарында 11 отличник ине. Ағаһы Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, хәҙер Мәскәүҙә эшләй.

Вадим балалар баҡсаһында рәсем, гимнастика түңәрәктәренә йөрөй, хоккей уйнай, һуңынан футбол менән мауыға. II синыф­тан төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һө­ҙөмтәләргә өлгәшә башлай: математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, тирә-яҡ мөхит, технология... Межгорьела уҡығанда юл ҡағиҙәләре буйынса викторинала, тасуири һөйләүселәрҙең ҡала бәйгеһендә, фәнни-практик конференцияла «Ҡаурый ҡәләм» номинацияһында, мәктәптең «Иң грамота­лы уҡыусы» конкурсында еңеүсе була. Программалау һәм робототехника менән шөғөлләнә. Шахмат турнирҙарында ла ҡатнаша. Шулай итеп, тәүге еңеүҙәре Межгорьелағы 2-се мәктәптә уҡыған сағында башлана. Бының өсөн тәрбиәселәренә, уҡытыу­сыларына бик рәхмәтле ул.
VI синыфта уҡығанда предмет олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса Вадимды Белорет ҡалаһына Өфөләге республика инженер интернат-лицейы үткәргән полиолимпиадаға ебәрәләр. Шунан белем усағының йәйге лагерына эләгә, лицей менән яҡындан таныша. Артабан ҡабул итеү имтиханын уңышлы тапшырып, лицей уҡыусыһы булып китә. VIII синыфта уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Мансур улы Ғүмәров химияға һөйөү уята. Вадим ошо фән менән ҡыҙыҡ­һынып, ныҡлап шөғөлләнә башлай. Шул йылда уҡ Себер федераль университеты үткәргән олимпиадала I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Уҡыу­сыларҙың Мәскәү олимпиадаһында ла уңышҡа ирешә.
Быйыл иһә Вадим Харисов – Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында абсолют еңеүсе! Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Башҡорт­остан исеменән ил кимәлендәге химия бәйгеһенә барыусылар барыһы ла республика инженер интернат-лицейынан ине. IX синыфтан Ксения Федотова менән Александр Зиновьев призёр булды. Был уҡыу­сылар һәм уларҙың етәкселәре республика Башлығы грантын аласаҡ.
Вадим Харисовты халыҡ-ара олимпиадаға әҙерлек буйынса уҡытыу-күнекмә йыйынына саҡырғандар. Ул уҡыған белем усағында химия мәктәбенең уңышлы эшләүе тураһында күптән беләбеҙ. Йәш химиктар республика инженер интернат-лицейы базаһында Өфө дәүләт нефть-техник университетының универсарий алды дәрестәрендә, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә белемдәрен арттыра. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусылар менән махсус шөғөлләнә. Әйткәндәй, был проект­ты Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары президент грантына тормошҡа ашыра. Улар – үҙҙәре элекке олимпиада еңеүселәре, хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыу­сыһы Лиза Әғә­ҙуллинаның эш тәжрибәһе нигеҙендә балаларҙы олимпиадаларға әҙерләйҙәр.
Остаздар, үҙ тәжрибәләренән сы­ғып, һәләтле уҡыусыларҙы нисек бәйгегә әҙерләргә икәнен яҡшы белә.
Вадим бер нисә тапҡыр «Сириус» мәғариф үҙәгендә химия буйынса белемен камиллаштыра, үткән йәй көнө Бөрйән районында ойошторолған химия мәктәбендә була. Ҡыҫҡаһы, әлеге ваҡытта был фәнгә бар булмышын бағышлаған. Аллаға шөкөр, алдына ҡуй­ған маҡсатына ирешә. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында абсолют еңеүсе булғас, егет өсөн илдең бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәре асылды: ошо йүнәлеш буйынса теләгән еренә ҡабул итеү имтихандарын тапшырмайынса уҡырға инә аласаҡ.
– Өфө дәүләт нефть-техник университетын һайланым, – ти үҙе. Әйткәндәй, был уҡыу йортонда I курста уҡы­ғанда олимпиада еңеүселәренә ай һайын 60, 100 мең һум күләмендә стипендия түләнә!
Вадимдың әсәһе лә, улыма таяныс булам, тип баш ҡалаға күсеп килгән, бында эшләй. Йәш химиктың уңышына уҡытыусылары ла, өләсәйҙәре, туғандары, таныштары ла ҡыуана.
Хәҙер Вадимға бүтән фәндәр буйынса ла үҙ аллы шөғөлләнергә, синыфташтарын ҡыуып етергә кәрәк. Тырыш егеткә Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерләнгәндә көнө-төнө тиерлек химия буйынса дәреслектәр уҡырға, лаборатор эштәр башҡарырға, остаздар менән шөғөлләнергә, ә бүтән фәндәргә иғтибарҙы кәметеп торорға, дәрес тә ҡалдырырға тура килгән бит.
Быйыл, IX синыф уҡыусыһы булараҡ, Вадим математика, урыҫ теленән, химиянан, инглиз теленән дәүләт имтихандарын тапшырасаҡ. Булдырыр, барыһына ла өлгөрөр ул уңған, эшһөйәр егет. Отҡорлоҡ, зирәклек нәҫелдән бирелгән бит уға, олатайҙары ла белемле, уҡымышлы булған, әсәһе лә «бишле»гә генә уҡыған, оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән педагог.
Гел генә уҡыу менән мәшғүл икән был Вадим, тип уйлап ҡуймағыҙ. Тренажёр залына йөрөй, музыка тыңларға ярата, өйҙә әсәһенә һәр эштә ярҙам итә. Мәскәүгә ағаһы янына барғанда бөтә музейҙарҙы ҡарап сыҡҡандар. Һирәк булһа ла ауылға өләсәләренә ҡайтҡанда улар менән рәхәтләнеп туған телдә аралашып килә.
Йәш химик Вадим Харисовҡа киләсәктә лә көслө ихтыярлы, тырыш булыуын теләйбеҙ. Техник фәндәр белгестәре лә бик кәрәк халҡыбыҙға, республикабыҙға.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Вадим Харисов - халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе!
Вадим Харисов - халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: