Өфөләге Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов исемендәге 78-се белем усағының IV синыфында һәм 15-се музыка мәктәбенең III синыфында уҡый ул. Яратҡан дәрестәре – тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, физкультура, туған тел. Ә музыка мәктәбендә сольфеджио, фортепиано һәм ҡурай менән яратып шөғөлләнә, «бишле»гә генә уҡый.
Тимур Башҡортостан Башлығы стипендияһына ҡурай буйынса өлгәшкән уңыштары өсөн лайыҡ булған.
– Тырыш, һәләтле, рухлы малай. Ҡурай моңон ярата. Уның менән бик күп концерт, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Бейеү, Йәнғәле көйҙәрен, марштар, «Байыҡ», «Любизар»ҙы, шулай уҡ «Таштүрә», «Азамат», «Юлғотло», «Сыңрау торна» кеүек халыҡ көйҙәрен дә уйнай, – ти етәксеһе Руслан Кирамов.
Октябрҙә Тимур Мәскәүҙә үткән «Ил таланттары» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә «Салауат» һәм «Шайморатов генерал» көйҙәрен башҡарып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Был, әлбиттә, йәш ҡурайсының һәләте, ныҡышмаллығы тураһында һөйләй. Етәксеһе Руслан Сәғит улының да оҫта педагог икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫлай.
Әле яңыраҡ Тимур Өфөлә үткән Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың «Тауышында – тарих» төбәк-ара грант фестиваленең йомғаҡлау этабында ла II урын алған. Ә «Тыуған яҡтар» халыҡ-ара конкурсында I урын яулаған.
Халҡыбыҙҙың боронғо милли музыка ҡоралын, иҫ киткес моңло ҡурайҙы яратҡан, оҫта итеп уйнарға өйрәнеп, ил, донъя кимәленә күтәргән балалар булыуы ҡыуандыра. Әлбиттә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән, ҡурайҙың, боронғо көйҙәребеҙҙең асылын аңларға өйрәткән остаздары ла маҡтауға лайыҡ.
Тимур велосипедта, саңғыла йөрөргә, футбол уйнарға ла ярата икән. Шулай ҙа иң күп ваҡытын музыкаға бүлә. Киләсәген ниндәй һөнәргә бағышлаһа ла, һәр саҡ ҡулында – ҡурайы, күңелендә башҡорт моңдары булыр йәш музыканттың. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшөң өсөн рәхмәт һиңә, Тимур!