+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
25 Декабрь 2017, 18:57
Бәләкәйҙән тәрбиә алдым
Башҡорт телендә һөйләшәм,Башҡорт телендә,Минең йәшәү тамырҙарымБашҡорт ерендә.Рәшит ШӘКҮР.Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған башҡорт телендә асылған. Бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, легендаларҙы тыңлап үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъянан китеп барҙы. Өләсәйем тәрбиәһе, һабаҡтары минең тормошомда ҙур роль уйнай. Әсәйем татар ҡыҙы булһа ла, башҡорт телен бик хөрмәт итә. Беҙ өйҙә башҡортса ғына аралашабыҙ. Туған телдә сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙы алдырабыҙ, телевизорҙан башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайбыҙ.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә,
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Рәшит ШӘКҮР.
Мин – башҡорт ҡыҙы. Телем туған башҡорт телендә асылған. Бәләкәй саҡта өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе, легендаларҙы тыңлап үҫтем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъянан китеп барҙы. Өләсәйем тәрбиәһе, һабаҡтары минең тормошомда ҙур роль уйнай. Әсәйем татар ҡыҙы булһа ла, башҡорт телен бик хөрмәт итә. Беҙ өйҙә башҡортса ғына аралашабыҙ. Туған телдә сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙы алдырабыҙ, телевизорҙан башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайбыҙ.
Мөмкинлек булғанда ғаилә менән республикабыҙ буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Асия өләсәйем туған телгә ҡарата һөйөү орлоҡтары һалһа, әсәйем менән атайым, уҡытыусыларым уның үҫеүенә ҙур булышлыҡ итә.
Мәктәптә иң яратҡан фәндәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Мин ул дәрестәрҙе көтөп алам. Туған тел аша халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнәбеҙ. Беҙҙә халҡыбыҙға, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Бәләкәй генә уңыштарым да бар: «Глобус» тип аталған халыҡ-ара интернет олимпиадала ҡатнашып, еңеү яуланым, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ла һынатманым, призлы урындар алам. Киләсәктә яңы үрҙәр яуларыма ышанам, сөнки мин туған телемде яратам, халҡымды хөрмәт итәм.
Әҙилә ВӘЛИТОВА, V синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?