+7 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
6 Апрель 2018, 11:26
Бишек йырын беләһеңме?
Балаларҙы халҡыбыҙҙың бишек йырҙары менән таныштырыу, уларҙың эстәлеген һәм тәрбиәүи үҙенсәлектәрен асыҡлау, әсәй-атайҙарыбыҙҙың, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың моңло бишек йырҙарына һөйөү тәрбиәләү – беҙҙең, тәрбиәселәрҙең, изге бурысы.
Балаларҙы халҡыбыҙҙың бишек йырҙары менән таныштырыу, уларҙың эстәлеген һәм тәрбиәүи үҙенсәлектәрен асыҡлау, әсәй-атайҙарыбыҙҙың, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың моңло бишек йырҙарына һөйөү тәрбиәләү – беҙҙең, тәрбиәселәрҙең, изге бурысы.
Ошо уңайҙан «Әкиәт» балалар баҡсаһында «Бишек йыры» байрамы гөрләп үтте. Музыка залы башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, урындыҡ, бишек менән бик матур итеп биҙәлгәйне. Сараға һәр төркөмдән өләсәй, әсәй, ейән, ейәнсәрҙәр саҡырылды. Өләсәйҙәр төрлө бишек йырҙарын бик оҫта башҡарһа, әсәйҙәр әүрәткес әйтеүҙә һынатманы. Ейән-ейәнсәрҙәр иһә шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Һәр ғаилә үҙенең шәжәрә ағасын, ҡул эштәрен, яратҡан аш-һыуҙарын да алып килгәйне.
Музыка етәксеһе Фәниә Йомабай ҡыҙы Сәйфуллина үткәргән байрам бик күңелле, файҙалы һәм фәһемле булды. Уның барышында мәктәпкәсә белем биреү һәм өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре бишек йырҙарын башҡарҙы.
Байрамға килтерелгән күстәнәстәрҙе тәмләп сәй эсеү менән тамамланды матур кисә. Барыһы ла күркәм саранан үҙҙәренә рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.
Гөлирә ЙОСОПОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?