+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Декабрь 2018, 17:23

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр бүләкләнде

Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө – 14 декабрь республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө. Быйыл ул тағы ла сағыуыраҡ, киңерәк билдәләнеп үтте, белем усаҡтарында ла, республика кимәлендә лә матур саралар ойошторолдо. Иң күркәм һәм йөкмәткеле байрам баш ҡалалағы «Торатау» конгресс-холында бул­ғандыр.

Унда республиканың төрлө район, ҡалаларынан телһөйәр уҡыусылар йыйылды. Күбеһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдан иғлан иткән төрлө интернет-конкурстар еңеүселәре. Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған бәйге, олимпиадаларҙа иң-иңдәре тип табылғандар ҙа саҡырыл­ған ине. Бөтәһе 200-ҙән ашыу уҡыусы. Был иҫтәлекле сара Һәләтле балаларҙың слёты тип аталды.
Тәүҙә «Туған тел илселәре» тигән баш менән төрлө йүнәлештәрҙә майҙансыҡтар эшләне. Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашты. «Алтын тирмә», «Башҡортостан беҙҙән башлана», «Халыҡ ижады ын­йылары иленә сәйәхәт», «Мос­тай иленә сәйәхәт», «Белем биреү ойошмаларында милли проекттарҙың үҫеше», «Заманса белем биреү өсөн интерактив ҡулланмалар»… Мәҫәлән, «Тыуған ерҙә – туған телдә» уйынын Сибайҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Йәғәфәр Сәфәрғәле улы Нәҙершин үткәрҙе. Уҡыу­сылар бер нисә командаға бүленеп, башҡорт әҙәбиәте өлкәһенән төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Арҙаҡлы шәхестәре­беҙ тормошон һәм ижадын яҡшы белеүселәр күп булыуы ҡыуандырҙы. Беҙ Ейәнсура ҡыҙҙары менән яҡындан таныштыҡ.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: