+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур байрам

Мәктәбебеҙҙә йыл һайын Халыҡ-ара туған телдәр көнө матур үтә.

Быйылғыһы ла, ғәҙәттәгесә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын флешмоб рәүешендә күмәкләп ятлау менән башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Яман­һарина кисәне асып, һүҙҙе мәктәп директоры Гүзәл Шәһәҙәт ҡыҙы Ғәббәсоваға бирҙе. Ул балаларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, үҙ телеңде белеү, өйрәнеү һәр башҡорт кешеһенең бурысы булыуын еткер­ҙе.

Артабан уҡыусылар шиғырҙар һөйләне, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, командаларға бүленеп, ижади конкурстарҙа ҡатнаштылар. Байрам бик күңелле үтте. Аҙаҡ инде әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Рәсимә ҒӘББӘСОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.
Читайте нас: