-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

Башҡортса диктант яҙыу акцияһы быйыл 5-се мәртәбә ойошторолдо һәм тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә үтте. Был сараның йылдан-йыл күберәк милләттәштәребеҙҙе бергә туплауы – ҡыуаныслы күренеш!

Башҡорт дәүләт университетында ике майҙансыҡ эшләне. Береһендә башҡорт телен яҡшы белгәндәр йыйылды. Уларға Салауат Әбүзәр яҙған «Ағыла ҡурай моңо...» тигән бик матур тексты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Икенсе аудиторияла башҡорт теле буйынса башланғыс белеме булғандар йыйылғайны. Уларға ғалим Вәкил Хажиндың Өфө ҡалаһы тураһындағы тексын уҡыу «Баш­информ» акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мыр­ҙағоловҡа йөкмәтелде. Шулай уҡ онлайн яҙырға теләгәндәр өсөн трансляция ла ойошторолғайны.
Башҡорт теленән диктант яҙыу ысын мәғәнәһендә тел байрамына әүерелде, тиһәң дә була. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та матур сараны хуплап, диктант яҙырға килгәйне.
Был акция ваҡытында бөтәһе 800-ҙән ашыу майҙансыҡ ойошторолдо. Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, хатта сит илдәрҙә – АҠШ, Канада, Төркиә, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Ҡытайҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты унда. Һуңынан ойошторолған телекүпер аша улар тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған баш­ҡа сараларҙы ла ошолай халыҡ-ара кимәлдә үткәрергә тәҡдим иттеләр.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: