+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Август 2019, 18:04

Татарстанда ла башҡорт телен өйрәнәләр

Башҡортостан Республикаһы Татарстан башҡорттарына башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтә. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой.

Кисә Радий Хәбировтың Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуында шул турала һүҙ барҙы.

Статистика буйынса, Татарстан Республикаһында 13 мең 726 башҡорт йәшәй, уларҙың күпселеге Яр Саллыла тупланған — 5 мең 904 кеше.


Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Татарстан Республикаһының Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үҙ проекттарын Татарстан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы составында тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта йәштәр ойошмаһы 80 башҡортто берләштерә, был эште Ҡазан университетының юридик факультеты студенты Лиана Илекәева алып бара.


«Ойошмала башлыса Татарстанға уҡырға һәм эшкә килгән башҡорт йәштәре. Беҙҙә, Татарстанда, IT өлкәһе ныҡ үҫешкән, шуға күрә йәштәр араһында программистар, шулай уҡ консерваторияларҙа белем алған мәҙәниәт вәкилдәре күп. Студенттар ҡалала юғалмаһын өсөн беҙ уларҙы берләштерәбеҙ. Башҡортса саралар уҙғарабыҙ, туған телебеҙҙә аралашабыҙ, был йәштәр араһында телде нығытыуға булышлыҡ итә», — ти Лиана Илекәева
Читайте нас: