Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә хәбәр итәләр. «Гүзәлленд» тип аталған ойошма август айында рәсми теркәү үткән. Уның етәксе урынбаҫары Альбина Ғәйнанова әйтеүенсә, башҡорт ойошмаһын төҙөү идеяһы V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашҡандан һуң барлыҡҡа килгән. Әлеге ойошма мәҙәни хеҙмәттәшлекте, милли йолаларҙы үҫтереү, сит ил халҡын республикабыҙ менән таныштырыу, Башҡортостан имиджын күтәреү буйынса эшләргә ниәтләй.