«Туған телемә – 100 аҙым» тип атала ул. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә тәҡдим иткән был башланғыс хөкүмәт кимәлендә хупланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Сарала төрлө ведомство етәкселәре, яҙыусылар, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.
«Туған телемә – 100 аҙым» проектының маҡсаты билдәле: халыҡта, бигерәк тә йәш быуында, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға йәлеп итеү. Үкенескә ҡаршы, бөгөн күптәр интернетҡа алданып, китап уҡыуҙы бөтөнләй онотто. Ә бит беҙҙең талантлы яҙыусы, драматург, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡып, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап таба, тормош асылын тәрәнерәк аңлай алабыҙ.
Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөгән. Улар уҡымлы, төрлө авторҙарҙыҡы, төрлө жанрҙа, төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Маҡсат: шул әҫәрҙәрҙе уҡып сығыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, бүтәндәргә лә уҡырға тәҡдим итеү. Шулай итеп, проектта һәр кем ҡатнаша ала.
«Йәншишмә» гәзите лә был сараға ихлас ҡушыла. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. «Туған телемә – 100 аҙым» тигән рубрика булдырабыҙ. Унда һеҙҙән килгән хаттарҙы урынлаштырасаҡбыҙ. Әле ниндәй китап уҡыйһығыҙ, шул турала тәьҫораттарығыҙҙы яҙып ебәрегеҙ. Ҡайһы яҙыусы, шағир менән осрашырға теләйһегеҙ, ошо проект сиктәрендә уларҙы мәктәбегеҙгә осрашыуға саҡырырға мөмкин. Тик алдан уның ижады менән ентекле генә танышып сығырға кәрәк булыр. Һуңынан осрашыу нисек үткәне тураһында беҙгә лә яҙып ебәрерһегеҙ.
Проект дәүләт кимәлендә хупланғас, исемлеккә ингән китаптарҙы ауыл, мәктәп китапханаларына алып барып еткереү, кәрәк булһа, яңынан баҫтырыу, электрон вариантын сығарыу буйынса мәсьәләләр ҙә хәл ителер, Алла бирһә.