+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Ноябрь 2019, 17:10

Арт-клубта – башҡорт кисәләре

Өфөлә, Арт-клубта шаршамбы һайын ҡала башҡорттары өсөн кисәләр ойошторола.

Кисә, мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров саҡырылған. Башҡорт теле клубында быға тиклем рәссам Камил Буҙыҡаев, журналист Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар ҡунаҡта булған. Киләсәктә режиссёрҙар Илсур Ҡаҙаҡбаевты, Айрат Әбүшахмановты, филолог Искәндәр Сәйетбатталовты саҡырмаҡсылар. Программала – лекциялар һәм йәнле аралашыу.
Арт-клубтың етәксеһе Айгөл Рәшитованың башланғысы ҡайһылай шәп, шулай бит?! Сөнки ҡала мөхитендә туған телдә аралашыу етмәй, шуға ла төрлө ижади шәхестәрҙе тыңлап, рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡайтыу үҙе бер кинәнес.
Кисәләргә инеү ирекле. Арт-клубтың адресы: Карл Маркс урамы, 37, 1-се корпус, 310-сы бүлмә. Киске 7-лә башлана. Фейсбукта «Һаумыһығыҙ» тигән төркөмдә кисәләр тураһында белдереү бирелә, шунда фекер яҙып, теркәлеү үтергә лә мөмкин.
Читайте нас: