+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабрь 2019, 17:20

Башҡорт теле көнөндә ниндәй саралар уҙасаҡ?

14 декабрь Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән "Башҡорт теле көнө" тип иғлан ителде. Был көндө телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, әүҙемләштереү буйынса республикабыҙҙа төрлө саралар үтәсәк.

Башҡорт теле көнө БДПУ эргәһендәге майҙансыҡта мәғрифәтсе шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу менән асыласаҡ. Унан әлеге уҡыу йортоноң төп корпусында иртәнге 10-да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика асыҡ дәресе күрһәтелә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, уны онлайн рәүештә лә ҡарарға була.
"Башҡортостан", "Ультра", "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә лә төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Теләүселәр башҡорт бейеүе, туған телебеҙҙәге мобиль ҡушымталар, грант-проекттар менән таныша ала. Концерт программаһында башҡорт КВН командалары сығыш яһаясаҡ. Балалар өсөн "Балалар театры" майҙансығы ла ойошторола.
Читайте нас: