+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
12 Декабрь 2019, 15:25

Ниңә башҡортса һөйләшмәйҙәр?

Туған телендә матур итеп һөйләшә белмәгән балалар күп.

Әллә улар быға әсенмәй, тиһегеҙме? Бына яңыраҡ ҡына бер малай менән ошо хаҡта һөйләшкәйнем.
– Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә йөрөнөм, ә ниңә унда балалар башҡортса һөйләшмәй һуң? Тәрбиәселәр үҙҙәре бит беҙгә урыҫса өндәшә торғайны. Башҡорт төркөмөнә тик башҡортса һөйләшкән балаларҙы ғына тупларға кәрәк, әтеү унда үҙ-ара урыҫса ғына һөйләшәләр ҙә, туған телеңде онотаһың. Башҡортса белмәгән, һөйләшергә өйрәнергә теләгән балалар өсөн айырым төркөм булһын ине. Өйҙә генә түгел, баҡсала ла көнө буйы башҡортса һөйләшергә кәрәк бит. Мәктәптәрҙә лә шул уҡ хәл. Башҡортса һөйләшкән кешене күрмәҫһең, тиерлек, – тип көйәләнеп һөйләне ул.
Бер нисә йыл элек республика конкурсында бер уҡытыусы улы тураһында борсолоп әйткәйне. Башҡорт ауылында йәшәйҙәр, ә ул туған телендә һөйләшә белмәй икән. Интернет, телевизор касафаты, тигәйне. Ундай балалар ҙа етерлек шул.
14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө үткәрелә. Телебеҙҙе үҫтереү маҡсатында үткән саралар балаларҙа туған телендә һөйләшеү теләген нығытырға булышыр, тип өмөт итәйек.
Читайте нас: