Уҡыусылар бөйөк шәхестең шиғырҙарын уҡыны, аң-белем, тәрбиә темаһына мәҡәл-әйтемдәр әйтте. Ә инде башланғыс синыф уҡыусыларым араһында әкиәттәр һөйләү, сәхнәләштереү буйынса конкурс үткәрергә булдым. Улар башҡорт телендә донъя халыҡтары ҡарһүҙҙәрен һөйләп ишеттерҙе. «Ас Айыу, Төлкө һәм Егет»те ҡуйған дүртенсе синыфтар еңеүсе тип иғлан ителде. Айыуҙы – Инсаф Ғәлиуллин, Егетте – Данил Шәрипов, Төлкө ролен Элина Хәбирова бик оҫта башҡарҙы. Тамаша барыһына ла оҡшаны.
Бындай саралар башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята, халҡыбыҙ йолаларына, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асырға мөмкинлек бирә.
Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.