+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
27 Декабрь 2019, 18:19

Сит ил башҡорттары алдағы йылға ниндәй пландар менән йәшәй?

Bashkir Globe ойошмаһы сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән берлектә эш алып бара. Башҡорт теле йылы уңайынан алдағы йылға пландар ҙа ҡороп ҡуйғандар.

2020 йылда төрлө саралар уҙғарыуҙы күҙаллайҙар. Мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға халыҡ-ара бөтә донъяға билдәле ойошмалар хаҡында һөйләйәсәктәр. Сит ил уҡыу йорттарында белем алған студенттарға ярҙам итеү юлы ла уйланыла. Шулай уҡ фольклориада, һабантуйҙар ҙа онотолмаясаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Bashkir Globe ойошмаһы активистары менән уҙғарылған осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ барҙы. Бында фекер алышыуҙа президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова, Швейцариянан Айһылыу Йәнтүрина-Дарлесс, Гүзәл Усманова-Гобе, Бөйөк Британиянан Айбулат Йәнтүрин, Франциянан Альберт Дәүләтовтар ҡатнашты.
Читайте нас: