+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
30 Декабрь 2019, 12:40

Йыл ваҡиғалары

2019 йыл халҡыбыҙ өсөн мөһим, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды.

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы үткәрелде. Унда Башҡортостандан, күрше республика һәм төбәктәрҙән бөтәһе 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы.
Республикабыҙҙың 100 йыллығы һәм башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ҙур юбилей саралары уҙҙы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде һәм бөтә район һәм ҡалаларҙа башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолдо.
Читайте нас: