+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Баш ҡалабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада бара. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында барған телһөйәрҙәр бәйгеһендә республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән барлығы 362 уҡыусы ҡатнаша. Өс көн буйына дауам итәсәк ярышта ҡыҙҙар, егеттәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен, сәсәнлек һәләттәрен һынап ҡараясаҡ.

Уны асыу тантанаһында телһөйәр, илһөйәр балаларҙы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева тәбрикләп, ҙур еңеүҙәр һәм ижади уңыштар теләне.
– Утыҙ өсөнсө тапҡыр ойошторолған быйылғы төбәк-ара бәйге башҡа йылдарҙан айырылып тора. Беҙҙең олимпиада федераль исемлеккә индерелде. Еңеүсе йәки призёр булған сығарылыш синыф уҡыусылары уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ. Республикабыҙ уҡыу йорттары уларға 3-тән 10 балға тиклем өҫтәйәсәк, – тип ҡыуандырҙы ул сығышында.
Был юлы асыу тантанаһын Башҡорт дәүләт университеты студенттары матур итеп ойошторҙо. Заһит Ғүмәров, Ғаяз Бикбулатов, Гөлйемеш Ҡылысова, Илнар Байғоловтар, «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар ҡатнашлығында йыр-бейеүҙәр бәйгеселәрҙең күңелен күтәрҙе, еңеүҙәргә әйҙәне.
– Ысын мәғәнәһендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратыусыларҙың байрамы бит был. Залда күпме балалар ултыра. Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ, өмөтөбөҙ, ышанысыбыҙ. Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән 2020 йылдың тап ошо төбәк-ара бәйгенән башланыуы һис тә осраҡлы түгел. Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан йыл да үткәрелеп килгән олимпиадала әллә күпме илһөйәр, телһөйәр бала үҫеп сыҡты! Бөгөн дә башланып ҡына торған ошо бәйгелә ҡатнашыусыларға тел асҡыстары бирһен, тип теләйбеҙ, ярыш сәме, бәйге ғәме булһын күңелегеҙҙә, – тип ҡотлауын еткерҙе Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Быйыл уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен, ижади һәм сәсәнлек һәләттәрен Рәмилә Хөснөтдинова, Вадим Толомбаев, Мәрхәбә Дәүләтшина, Эльвира Рәхимова етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ.
Олимпиадала һынауҙар, ғәҙәттәгесә, өс турҙан тора. Уҡытыу йүнәлешенә ҡарап эш төрҙәре лә төрлөсә билдәләнгән. Мәҫәлән, уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә уҡыусылар бөгөн беренсе һәм икенсе турҙарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һорауҙарына яҙма яуап бирҙе, бирелгән темаларға инша яҙҙы. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр икеһендә лә текст буйынса эш башҡарҙы. Ә иртәгә барыһын да сәсәнлек бәйгеһе көтә. Башҡорт мәктәптәрендә уҡыусылар үҙҙәренең проект эшен яҡлаһа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр жюри ағзалары, тиҫтерҙәре менән әңгәмә ҡорасаҡ.
Читайте нас: