+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
10 Ғинуар 2020, 17:41

Ырымбурҙар олимпиадала йыл һайын ҡатнаша

Баш ҡалабыҙҙа уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала күрше өлкәләге милләттәштәребеҙҙең дә булыуы ҡыуаныслы. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбенең телһөйәр, илһөйәр уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сания Күҙбаева менән бер ҙә ҡатнашмай ҡалғандары юҡ.

– 2003 йылдан башлап ҡатнашабыҙ. Быйыл Ырымбур өлкәһенең өс районынан – Новосергеевка, Һарыҡташ һәм Төйлөгәндән килдек. Дүрт йыл рәттән беҙҙең мәктәп еңеү менән ҡайта. Быйыл да шуға өмөт итәбеҙ, – ти Сания Сәйет ҡыҙы.
Ул бәйгегә быйыл өс уҡыусы – XI синыфтан Илүзә Аҙналина, унынсынан Гүзәл Мөхәмәтшина һәм Ансар Бикәнәевтәрҙе алып килгән. Илүзә олимпиадала икенсе тапҡыр көсөн һынаһа, Гүзәл өсөнсө тапҡыр ҡатнаша.
– Ауылда беренсенән алып ун беренсе синыфҡа тиклем телде өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар булды. Былтыр май айында ҡыйыу ғына алышырға тура килде. Башҡорт теленә ҡаршы сығыусы бер нисә әсәй табылды. Улар, телде уҡытыуҙы бөтөрәйек тә факультатив рәүештә ҡалдырайыҡ, тигәс, бөтөн ауыл күтәрелде. Аллаға шөкөр, телде һаҡлап ҡала алдыҡ.
Мәктәбеҙҙә башҡорт телендә төрлө саралар үткәрелә. Беҙҙең «Мәктәбем һандуғасы» конкурсын Башҡортостанда ла яҡшы беләләр. Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ла икенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Туған телдәр көнөн матур итеп үткәрәбеҙ. Көйөргәҙеләргә бик рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Ҡунаҡҡа килеп торалар. Яңыраҡ ҡына башҡорт теле аҙналығында дәрестәр күрһәтеп киттеләр.
Үҙебеҙ ҙә буш ятмайбыҙ, балалар һәр байрамға ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә концерт ҡуя. Яңы йылды ла быйыл башҡорт телендә уҙғарҙыҡ, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбе директоры Сания Күҙбаева.
Афарин да инде Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙ! Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк.
Читайте нас: