Быйылғы телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр бәйгеһендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенән Заһиҙә Рәжәпова, Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Зилиә Буранбаева, Баймаҡ районы Билал мәктәбенән Азалиә Нарынбаева, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Гөлсәсәк Шәрипова, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Айгүзәл Вәлиевалар ҡатнашты. Зилиә менән Азалиә призёрҙар рәтенә инһә, Гөлсәсәк еңеүсе булып һөйөндө.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала икенсе тапҡыр ҡатнашам. Былтыр ҙа, быйыл да призёр булдым.
Бында ваҡыт күңелле һәм файҙалы үтте. Гимназияла күп тапҡырҙар булғанлыҡтан, барыһы ла таныш, бөтәһе лә яҡын. «Аҫылташ» проектын ойоштороусы Байрас ағай Азаматов һәм Наҙгөл апай Ғәлиевалар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Улар беҙгә нисек итеп проекттар яҙырға, уларҙы нисек тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында һөйләне.
Олимпиада ваҡытында БДУ, БДПУ кеүек уҡыу йорттары хаҡында ла кәрәкле мәғлүмәттәргә эйә булдыҡ. Минеңсә, бәйгелә ҡатнашҡан һәр кем был көндәрҙе оҙаҡ хәтерендә һаҡлап йөрөтәсәк. Сөнки олимпиада беҙҙе дуҫлаштырҙы, яҡынайтты, – ти Зилиә, олимпиада тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Афарин, беҙҙең ҡыҙҙар! Киләсәктә лә һынатмағыҙ, күп уңыштар яуларға яҙһын!