+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
28 Ғинуар 2020, 16:30

Февралдә ниндәй саралар уҙасаҡ?

2020 – Башҡортостанда Башҡорт теле йылы.

Һәр айҙа айырым тема буйынса төрлө саралар ойошторола. Февраль «Башҡорт теле – заманса тел» девизы менән үтәсәк. Туған телебеҙ интернет селтәрендә лә киң ҡулланылыш табырға тейеш, шуға ла алдағы айҙа саралар интернет аша уҙа. Тел белеүселәр менән социаль селтәрҙәр, скайп аша аралашыу, онлайн-дәрестәр, батлдар, блогерҙарҙы өйрәтеү планлаштырыла. Интернет селтәрендә башҡорт телендә конкурстар, флешмобтар, көнүҙәк темаларға уйындар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ видеоканалдар, интернет-контент булдырырға, мәктәп, район кимәлендә иң яҡшы башҡортса видеоблог конкурсы үткәрергә тәҡдим ителә. Әҙерләнә тороғоҙ, дуҫтар.
Читайте нас: