+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өсөнсө йәнһүрәтте ҡарағыҙ!

Республика Башлығы грантына «Балалар» проекты тормошҡа ашырыла башлауы тураһында яҙғайныҡ.

Уның авторҙары кескәйҙәр өсөн башҡортса 5 йәнһүрәт сығарырға планлаштырғайны. Тәүгеһе – төҫтәргә, икенсеһе һандарға арналды. Әле бына өсөнсө йәнһүрәт тә әҙер булған. Геройҙары Айыу балаһы Аяз, Таңсулпан исемле Төлкө, Бүре-Булат, Бесәй-Бибинур һәм уҡытыусы – Өкө-Өммөбикә апай был юлы балаларҙы кейек-хайуандар менән таныштыра.
«Балалар» проекты UX/VI дизайнер, «Башҡорт проекттары» программаһы етәксеһе Илдар Кинйәбулатов идеяһы менән барлыҡҡа килгән, ә етәксеһе – Рүзилә Кинйәбулатова.
Читайте нас: