Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск, Якут Республикаһы һәм Краснодар крайынан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан (Нурсолтан, Алматы), Швейцариянан (Женева), Американан (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Испаниянан, Эстониянан, Төркиәнән, Германиянан (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) ҡатнашасаҡтар.
Диктантҡа Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфир ваҡытында; «Бәйләнештә» (https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram» социаль селтәрҙәрендә,
«YouTube» видеохостингында(https://youtu.be/XTaPHuXGLvA ); шулай уҡ https://bashkdictant.ru/ сайтында ҡушылырға мөмкин.
Тура трансляция өс төркөм өсөн айырым буласаҡ:
11.00– 11.25 — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
11.30 — 11.55 — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
12.00 — 12.20 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн. Яҙып бөткәс, диктантығыҙҙы фотоға төшөрөп, https://bashkdictant.ru/ сайтында шәхси кабинетығыҙ аша ебәрергә кәрәк.Бындай мөмкинлек булмаһа, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә кәрәк.
Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыласаҡ.