Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы яҡташтарының, район хакимиәтенең бындай иғтибарына ҙур рәхмәтен белдергән. Шағирә үҙе премияны авторҙың йәшенә, милләтенә, теленә ҡарамай, жанрға ла сикләү ҡуймай, матбуғатта баҫылған йәки китап булып сыҡҡан ҙур әҫәрҙәр өсөн тапшырырға тәҡдим итә. Был бүләккә дәғүә итеүсе - Башҡортостанда йәшәргә, лайыҡлы әҫәрҙе һайлап алыу шарттары ҡәтғи булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.