+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Октябрь 2020, 16:12

Туған телебеҙҙә аралашайыҡ!

Башҡорт теле – шундай наҙлы, ғәзиз тел. Унһыҙ киләсәгемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тик ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ телен онотоп, балалары менән урыҫса аралашыуы аптырата.

Әлбиттә, башҡа телдәрҙе белеү һәйбәт, шунһыҙ булмай ҙа. Тик барыбер туған телеңде лә оноторға ярамай.

Ә замана башҡорто ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һуң? Уны мин рухлы, төплө белемле, тырыш, маҡсатлы, эшһөйәр итеп күҙ алдына килтерәм. Әлбиттә, туған телебеҙҙәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып, башҡортса матур һөйләшә белеү ҙә кәрәк. Әгәр һәр беребеҙ рухлы, телһөйәр, илһөйәр булһа, башҡорт телем юғалмаясаҡ, тип иҫәпләйем.

Мин үҙем Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡыйым. Бында туған телебеҙгә иғтибар ҙур. Яңы килгән уҡыусылар тәүҙә урыҫса аралашһа ла, ун беренсегә тиклем саф башҡортса һөйләшә башлай. Сөнки башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары дәресте бик яҡшы һәм ҡыҙыҡлы итеп уҡыта. Беҙҙә күп саралар туған телебеҙҙә үткәрелә.

Телебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора. Әйҙәгеҙ, уны хөрмәт итәйек һәм онотмайыҡ, әсә телендә аралашайыҡ!

Ильяс МИҺРАНОВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: