-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
12 Ноябрь 2020, 15:56

Иң матур башҡорт һүҙен һайланыңмы әле?

Дуҫтар, һеҙ иң матур башҡорт һүҙен тәҡдим иттегеҙме әле? Бәлки, кемдер белмәй ҡалғандыр: Башҡортостанда "Иң матур башҡорт һүҙе" тигән проект тормошҡа ашырыла. Уның авторы - "Телешко" балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.Кем был сарала ҡатнашырға теләй, bashslovo.ru сайтына инеп, матур яңғырашлы башҡорт һүҙен тәҡдим итә ала. Башҡортса шрифтың булмаһа, ҡағыҙға яҙып, фотоһын да ебәрергә ярай икән. Ашығығыҙ, ваҡыт аҙ ҡалған.

Иң матур һүҙҙе 15 ноябргә тиклем генә тәҡдим итергә мөмкин. Ә 22 ноябрҙә иң йыш ҡабатланған 12 һүҙҙе табып, тауыш биреүгә ҡуясаҡтар. Иң матур һүҙ Башҡорт теле көнөндә, 14 декабрҙә, иғлан ителәсәк. Сара барышында туған телебеҙҙең һирәк яңғыраған, онотола башлаған һүҙҙәре лә күп табылыр, тигән ниәттә ойоштороусылар.
Читайте нас: