+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
26 Ноябрь 2020, 21:30

Иң матур һүҙгә тауыш биреү бара

"Иң матур башҡорт һүҙе" проекты тураһында хәбәр иткәйнек инде. Башҡортостан халҡы ике аҙна буйы үҙҙәренә оҡшаған һүҙҙе тәҡдим итте. Әле бына иң йыш осраған 12 һүҙ һайлап алынған.

Улар алфавит буйынса тәҡдим ителә.
1. Атай
2. Йөрәккәйем
3. Йән
4. Йәнтөйәк
5. Ҡот
6. Намыҫ
7. Өмә
8. Сабыр
9. Тылсымлы
10. Хыял
11. Һөйәм
12. Әсәй
Ошо һүҙҙәр араһынан иң матуры тип ҡайһыһын һайлайһығыҙ, bashslovo.ru сайтына инеп, тауыш бирергә кәрәк, дуҫтар. 14 декабрҙә иң матур башҡорт һүҙе иғлан ителәсәк.
Читайте нас: