-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
28 Ноябрь 2020, 13:12

Ырымбурҙа - Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре бара.

Башҡортостан вәкилдәре, Ырымбур өлкәһе һәм ҡалаһы башҡорттары менән берлектә төрлө саралар үтте. 27 ноябрҙә республикабыҙҙан барған делегация Ҡыуандыҡтағы Уҡыусылар һәм пионерҙар йортонда башҡорт теле, мәҙәниәте һәм йолаларын өйрәнеү буйынса ойошторолған түңәрәк эшмәкәрлеге менән танышты. Унда 6-14 йәшлек балалар шөғөлләнә. Шулай уҡ Һарыҡташ районының Һунарсы ауылында милләттәштәребеҙ менән осрашыу булды. Бөгөн «Ырымбур төбәге башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте» тигән "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Билдәле булыуынса, Ырымбур өлкәһендә 50 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Сара барышында милләттәштәребеҙҙең мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Мәғариф өлкәһендә Башҡортостан Ырымбур мәктәптәрен башҡорт теле дәреслектәре менән тәьмин итеү буйынса ярҙам итә. I-IX синыфтар өсөн 1 600 дана дәреслек, эш дәфтәрҙәре, методик ҡулланмалар тапшырылған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ырымбур өлкәһендә йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы уҙа. Иң-иңдәр Өфөлә үткән төбәк-ара бәйгелә ҡатнаша. Белеүегеҙсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса был олимпиада федераль исемлеккә индерелде һәм еңеүселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлеге бирә. Бөгөнгө "түңәрәк өҫтәл"дә фекер алышыу һөҙөмтәле булыр, Ырымбурҙағы бәләкәй милләттәштәребеҙгә туған телде өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр тағы ла артыр, тип ышанабыҙ. Башҡорттар Ырымбур еренә бер ҡайҙан да күсеп килмәгән, ә үҙҙәренең тыуған ерендә йәшәгән аҫаба халыҡ бит.
Әлеге ваҡытта унда мәҙәниәт өлкәһендә 50-нән ашыу башҡорт коллективы эшләй икән. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев киләсәктә Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙ өсөн ҡурай, ҡумыҙ, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласағын белдерҙе. Тағы шуныһы ҡыуандырҙы: Ырымбур өлкәһендә башҡорт телендәге "Каруанһарай" гәзите баҫылыуҙан туҡтағайны бит, әлеге һөйләшеү барышында ошо турала ла һүҙ булды һәм башҡортса матбуғаттың тергеҙелеүенә ышаныс артты.
Читайте нас: