+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
8 Декабрь 2020, 12:33

12 декабрҙә- «Башҡорт теле: яңы ҡараш» презентациялары

Улар баш ҡалабыҙҙағы «Арт-квадрат»тың «Йөрәк» залында уҙасаҡ, 12 декабрҙә 17.20 сәғәттә башлана. Сара барышында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар презентациялары күрһәтеләсәк.

Илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә бәйле барлыҡ теләүселәрҙе лә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел, шуға күрә сара оффлайн һәм онлайн форматтарҙа уҙасаҡ. Унда проекттар авторҙары, йәмәғәтселек лидерҙары ҡатнашасаҡ, ә киң ҡатлам халыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан һәм социаль селтәрҙәр аша тура трансляциялар ойоштороласаҡ. Сара барышында ҡатнашыусыларға яңы башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» йәштәр брендының проекттары менән таныштырыу көтөлә.
Әлеге сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Уның махсус ҡунағы – йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов.
Читайте нас: