+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2020, 17:17

Себерҙә - башҡорт йәкшәмбе синыфы

Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сортым тигән ҡала тибындағы ҡасабаһын башҡорт ауылы тип йөрөтәләр икән. Сөнки унда Баймаҡтан күптәр йәшәй, тиҙәр.

Башҡорт теле көнө алдынан Ханты-Манси автономиялы округы - Югра Башҡорт халыҡ тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан башҡорт теле буйынса онлайн-дәрес үткәрелгән. Уны методист Гөлсирә Әбдрәшитова алып барған. Онлайн-дәрескә Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһында яңы асылған башҡорт йәкшәмбе синыфынан 10 уҡыусы һәм атай-әсәйҙәр ҙә ҡушылған. Башҡорт орнаментын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Балалар башҡортса шиғырҙар уҡыған, шәжәрә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары тураһында ла һөйләшеү булған.
Фото: Башҡортостандың мәҙәни донъяһы сайтынан.
Читайте нас: