+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Декабрь 2020, 13:23

"Нурбостан" - тәүге башҡортса анимацион сериал!

Дуҫтар, ә һеҙ ҡарайһығыҙмы, әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа беренсе башҡортса анимацион сериалдың исем туйы билдәләнә. "Нурбостан" тип атала ул. Башҡортостан Башлығының телдәрҙе үҫтереү буйынса грантына төшөрөлгән.

"Тамыр" балалар телеканалы 8 йыл элек был идея менән яна башлаған икән. Күп сериалы йәнһүрәттең сценарий авторы - шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм Гөлназ Ҡолһарина, композиторы - Айҙар Хәмзин, рәсемдәрен Дамир Мөхәмәтйәров яһаған. Тәүге серияны исем туйында уҡ күрһәттеләр ҙә инде. Сериалда ете герой ҡатнаша икән: Янур, Ихнур, Уйнур, Һомай һәм уларға ярҙам итеүсе Ахнур. Кире геройҙарҙан - Тайболот менән Ҡуйболот. "Нурбостан" анимацион сериалын ғаилә менән ҡарарға мөмкин. Ул бай йөкмәткеле: был йәнһүрәт аша кескәйҙәр Башҡортостан, башҡорт батырҙары, брендтары һәм башҡалар тураһында бик күп мәғлүмәт аласаҡ.
Читайте нас: