Республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды хәбәр итеүенсә, еңеүселәр араһында Мәскәүҙән, сит өлкәләрҙән дә проекттар бар. Дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар тапшырыу өсөн быйыл 80 миллион һум аҡса бүленгән.