«Башҡорт Википедияһы ирекмəндəренə һəм Викимедианың башҡорт телендəге туғандаш проекттарына ярҙам итеү үҙəге» проекты тормошҡа ашырылып, грант иҫəбенə биш тематик конкурс уҙғарыласаҡ, уларҙың береһе балалар араһында ойоштороласаҡ. Бына ошондай бәйгеләр:
1. «Тарихи Башҡортостан топонимияһы».
2. «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары».
3. «Исемең матур!», Башҡорт Википедияһында булған һəм ошо исемде йөрөткəн шəхестəр тураһындағы мəҡəлəлəргə һылтанмалар ҡуйылған башҡорт исемдəренə аңлатмалар биргəн мəҡəлəлəр яҙыу. Был конкурс нигеҙҙә 14 йəштəн өлкəн уҡыусыларға тəғəйенлəнə, телəктәре булған кесерəк йəштəге балалар ҙа ҡатнаша ала.
4. «1000 мотлаҡ һəм 1000 тəҡдим ителгəн мəҡəлə».
5. «Башҡорт Википедияһының белешмə биттəре».