+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
22 Ғинуар 2021, 12:28

Конкурста һынатманылар

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында «Бабич вариҫтары» республика йәш шағирҙар конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ижадын туплаған йыйынтыҡтың исем туйы ла уҙғарылды.


Үҙҙәре башҡорт булһа ла,

Башҡорт телен белмәйҙәр.

«Мама», «папа» тип һөйләйҙәр,

Үҙ телен өйрәнмәйҙәр.

«Атай», «әсәй» тип өйөмдә

Мин һәр ваҡыт өндәшәм.

Үҙем урыҫ ҡыҙы булһам да,

Саф башҡортса һөйләшәм,

– тип тасуири шиғыр һөйләп тороуы оло ҡыуаныс түгелме ни?!

– Бөгөнгө конкурста башҡортса шиғыр яҙған урыҫ милләтенән балалар ҙа булды. Уларҙың ошо тантанаға килеүе, шиғыр уҡыуы күңелгә йылы нур өҫтәй, – тип белдерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев.

Быға тиклем дә Анжела Бугрова һәр саҡ «Урал батыр эпосы»н яттан һөйләү, «Һаумы, һаумы әкиәт!», тасуири шиғыр һөйләү кеүек конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, призлы урындар яулай ине. Был еңеүе өсөн уға «Бабич вариҫтары» йыйынтығы, диплом һәм видеокамера тапшырылды. Шулай уҡ башҡа еңеүселәрҙең дә кәйефе шәп ине. Гран-при яулаусы яҡташыбыҙ, Әбйәлил ҡыҙы Нәркәс Ҡәйепҡолова – айфон, беренсе урынға лайыҡ булыусы Ишембай егете Роберт Горбунов – планшет, өсөнсө урын алыусы БДУ-ның Сибай филиалы студенткаһы Гөлбаныу Ласынова ноутбук кеүек ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.

Өфөнән килгән ҡунаҡтар «Бабич вариҫтары» конкурсында ҡат­наш­ҡандары өсөн Сиҙәм һәм Рауил мәктәптәре уҡыусыларының һәр береһенә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Бөтә донъя баш­ҡорттары исе­менән Флүр Ғәлимовтың «Яңы башҡорт» китабын бүләк итте. БДУ-ның Сибай институты директоры Азат Сәлим­йән улы Вәлиев уҡыусыларҙы үҙҙәренең уҡыу йортона уҡырға килергә саҡырып, бында ҡатнашыу­сыларҙың барыһына ла сертификаттар тапшырҙы.

Йәштәрҙең ижадҡа ынтылышын ваҡытында күреп һәм баһалап дәртләндергәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Ә мин ҡалған уҡыусыларыма иһә Сибай инс­титутында үткән ошондай күркәм саранан алып ҡайтҡан иҫтәлекле бү­ләктәрҙе тапшырып ҡыуандырҙым һәм үҙемдең изге теләктәремде лә еткерҙем.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы,

Рауил мәктәбе.
Читайте нас: