Хәҙерге ваҡытта мин белем усағыбыҙҙа алдынғылар рәтендәмен, башҡорт телен яратҡан, хөрмәт иткән, уны киләсәк быуынға еткерергә теләгән уҡыусымын. Туған телемдә шиғырҙар ижад итәм, гәзит-журналдарға мәҡәләләр ебәреп торам. Рәсәй, республика фәнни-ғәмәли конференцияларында еңеүсе, призёр булдым. Яттан шиғыр һөйләү бәйгеләрендә, «Урал батыр» эпосы буйынса конкурстарҙа һәр ваҡыт беренселекте бирмәйем. Йыл һайын «Беҙ – Башҡортостандың киләсәге» форумында ҡатнашам. Яулаған уңыштарым өсөн 2018/19 уҡыу йылында республика Башлығы Шыршыһына Өфөгә барҙым, Мәләүез хакимиәте башлығы стипендиаты булдым. Өйҙә атай-әсәйем башҡортса һөйләшмәһә лә, мин аптырап ҡалманым, барыбер үҙемде ысын башҡорт итеп таныттым.