Белеүебеҙсә, 2020 йылды силәбеләр Кәтибә Кинйәбулатова йылы тип иғлан иткәйне. Арғаяш районынан сыҡҡан күренекле шағирә Сиреүселә бер аҙ уҡытып киткән. Уның исемендәге кабинеттың исем туйында Башҡортстан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин, белем усаҡтары етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте милләттәштәребеҙгә уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар менән ярҙам итәсәк.