Белем усағының проекты Рәсәй төбәктәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу тураһында ине. Рәсәй төбәктәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре селтәре барлыҡҡа киләсәк. Башҡорт синыфтарын асыу мартҡа планлаштырыла. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы Татарстандың Яр Саллы һәм Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаларында булып ҡайтҡан, йәкшәмбе мәктәбе асыу өсөн биналар билдәләнгән.
Был проект буйынса шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Свердлов өлкәләрендә, Пермь крайында ла башҡорт синыфтары асыу күҙ уңында тотола.