0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Февраль 2021, 14:51

Ғорур милләт балаһы мин

Башҡорт телем – минең телем,Хөрмәтләйем мин һине.Матурлығың, нескәлегеңТаң ҡалдыра бит мине...

Был һүҙҙәрҙе мин башымды юғары тотоп, ғорурланып әйтәм. Мостай Кәриме, Рәми Ғариповы, Зәйнәб Биишеваһы, Рауил Бикбайы, Рәшит Назаровы булған милләт балаһы бит мин. Таҙа, саф башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡортостан ерендә йәшәйем.

Күренекле шәхестәребеҙ, ғалимдарыбыҙ, яҙыусы-шағирҙарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ туған телебеҙгә ҙур иғтибар бүлеп, уға һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Шуны һәр кемебеҙ аңлаһын ине. Телде һаҡлау – милләтте, нәҫелде, ғөрөф-ғәҙәтте, илде һаҡлау ул.

Теле юҡтың – иле юҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер йәш ата-әсәләр балаларын милли рухта тәрбиәләүҙән алыҫ тора. Һәр сабыйҙың теле «мама», «папа» тип түгел, ә йөрәккә ятышлы, яғымлы «атай», «әсәй» тип асылһын ине.

Ун бер йыл дауамында урыҫ мәктәбендә уҡыһам да, үҙ телемә тоғро ҡалдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, уҡытыу­сымдың биргән белемдәрен аңыма һеңдерә барам. Беҙ яҙыусы-шағирҙарҙы ғына өйрәнеп ҡалманыҡ, әҙәп ҡағиҙәләре, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, милли уйындар менән дә таныштыҡ, төрлө кисәләрҙә ҡатнаштыҡ. Былар барыһы ла беҙҙең хәтерҙә юйылмаҫлыҡ булып иҫтә ҡалыр. Бының өсөн бөтә күңелен биреп башҡорт телен һөйөргә өйрәткән уҡытыусым Рәйсә Усман ҡыҙы Исламғоловаға мәңге рәхмәтлемен.

Йыл да уҙғарылған мәктәп, район олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулауға ирештем. Уҙған уҡыу йылындағы иң ҙур ҡаҙанышым – төбәк-ара кимәлендә үткәрелгән олимпиадала призлы урынға сығыуым. Был минең өсөн генә түгел, атай-әсәйем, уҡытыусым, туған мәктәбем өсөн дә ҙур ҡыуаныс булды.

Тиҫтерҙәремә әйтәһе һүҙем шул: үҙебеҙҙең башҡорт телен яратайыҡ, һаҡлайыҡ! Уның яҙмышы – беҙҙең ҡулдарҙа.

Дилә ҒҮМӘРОВА, XI синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.
Фото salauat.rbsmi.ru
Читайте нас: