+19 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
20 Февраль 2021, 19:47
21 февраль - туған телдәр көнө
Донъяла 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың 40%-на яҡын арала юғалыу хәүефе янай. 21 февралдә бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләү телдәрҙең бөтөүен иҫкәртеүгә арналған бер сара ул. ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителгән дата төрлө илдәрҙә 2000 йылдан алып билдәләнә.
ТУҒАН ТЕЛ
Баязит Бикбай
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә
– үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән -
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк: «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һанға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?