+16 °С
Облачно
VKOKTelegram

Башҡорт телендә диктант яҙабыҙ!

Кисә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова "Бәйләнештә" селтәрендә быйылғы башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың датаһын хәбәр итте. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһы 24 апрелдә үтәсәк.

2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында диктантты онлайн форматта яҙырға тура килгәйне.
Текстарҙы мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн; диктор Флүрә Мурзина - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн; яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн уҡығайны. Сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙ сарала әүҙем ҡатнашты.
Быйыл да был мөһим акцияға ҡушылыусылар, башҡорт телендә диктант яҙыусылар күп булыр, Алла бирһә. Туған телеңдә диктант яҙыуҙа берҙәм ҡатнашып, уны үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла өлөшөңдө индереү - үҙе бер ҡыуаныс бит ул!
Фото: cityopen.ru
Читайте нас