Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы һөҙөмтәләре буйынса, 2021 йылда сарала 321 мең 782 кеше ҡатнашҡан. Республика район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 13 сит илдән яҙғандар.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың 159 мең 510-ы - башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, 106 мең 794-е - туған телебеҙҙә иркен аралашыусылар, ә 55 мең 478 милләттәшебеҙ диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Һәр ҡатнашыусыға сертификат ебәреләсәк.