+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
17 Сентября 2021, 06:30

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Гимназиябыҙҙың китапханаһында үткән «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме – халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы» тигән бик йөкмәткеле дәрес Милли кейем көнөнә арналды.

Беҙҙең ғорурлығыбыҙБеҙҙең ғорурлығыбыҙ
Беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Ул китапханасының мауыҡтырғыс сығышы менән башланып китте. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Хәбрахман ҡыҙы Сәйфуллина һәм башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Земфира Рафаиз ҡыҙы Гөлөмованың түшелдерек, ҡашмауҙарын кейеп тә ҡараны. Ҡыҙҙар, малайҙар боронғо тәңкәләр менән дә бик ҡыҙыҡһынды. Милли кейемдәргә бағышланған күргәҙмә менән дә ҙур ихласлыҡ менән таныштылар.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,
китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы,
Рауил Бикбаев исемендәге
102-се башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас