

Унда Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте тураһында материалдар бар. Шәжәрә, башҡорт ырыуҙары тураһында ла уҡырға мөмкин. Мәскәүҙә йәшәгән балаларҙың һүрәттәре, яҙмалары урын алған. Күренекле шәхестәрҙән Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһында ла ҡыҙыҡһынып уҡырҙар. Сағыу һүрәтле журнал кескәй мәскәүлеләрҙең күңеленә хуш килер.
Фото: "Аҡбуҙат" журналы.